07.09.2020
5 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының көньяҡ зона райондары конкурсанттары Сибай ҡалаһы сәхнәһендә һынау тотто. Йырлы-моңло бәйгелә 3-сө урын Әсәҙуллина Нәркәс (Сибай), 2-се урын Айтҡолов Айтуған (Йылайыр районы), беренселекте Овчинникова Елизавета яуланы (Баймаҡ).