«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивалендә сығыш яһаусылар араһынан беренселәрҙән булып юғары баһаларға Силәбе өлкәһенән Мәрйәм Хәлимова эйә булды.
Биография
Хәлимова Мәрйәм Фәил ҡыҙы. 1994 йылдың 14 ғинуарында Силәбе өлкәһе Сосновский районының Туҡтыбай ауылында тыуған. Трубененский ауылы мәҙәниәт йортонда балалар ансамбле етәксеһе, «Йондоҙ» продюсерлыҡ үҙәге артисы. Буш ваҡытында спорт һәм бейеү менән мауыға.
Ижад юлындағы тәүге аҙымдары
Мәрйәм Хәлимова ижади ғаиләлә тыуып үҫкән. Ата-әсәһе, музыка менән ҡыҙыҡһыныуын күреп, ун бер йәшендә Өфөгә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназияһына, алып баралар, һәм был ҡарар һис шикһеҙ яңылыш булмай. Шул ваҡыттан сәнғәт йүнәлешендә төплө белем алып, тәжрибәле уҡытыусылар менән эшләп, ҙур еңеүҙәргә өлгәште: Туймазы ҡалаһында үткән «Оҙон көй 2005», «Ирәндек моңдары 2008» (Сибай ҡалаһы), Еманжелинск ҡалаһында үткән «Уралым» төбәк-ара фестивалендә гран-при, Бөтә Рәсәй «Йондоҙло глобус» конкурсының II дәрәжә лауреаты.
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» тураһында
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка», шәхсән минең өсөн – ҙур тәжрибә. Финалда сығыш яһау мөмкинселегенә мин бик бәхетле, ошондай ҙур фестивалдә Силәбе өлкәһе исеменән, уның берҙән бер вәкиле булараҡ сығыш яһау – икеләтә яуаплы.
Ойоштороусылар, абруйлы жюри ағзалары, һәләтле конкурсаннтар менән танышыуыма бик шатмын. «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» проектына ҙур рәхмәт!» - тип уртаҡлашты Мәрйәм Хәлимова.