Юльяҡшин Радик Мөхәрләм улы - Рәсәйҙә танылыу алған йәш башҡорт йырсыһы. Рус, башҡорт, татар телдәрендә сығыш яһай.
Башҡортостандың аҡаҙанған артисы (2017).
2006 йылда үҙенең «Самый шулай» тигән тәүге йыр альбомын сығара. 2007 йылда икенсе альбомы сыға, бында ул йырҙар авторы ла, башҡарыусы ла, тауыш продюсеры ла була.
Мәскәү дәүләт педагогия университетын тамамлаған. 2011 йылдан алып Радик Мәскәү ҡалаһында йәшәй һәм «Elvin Grey» псевдонимы менән сәхнәләргә сыға.
«ELVIN GREY» продюсер үҙәгенең сопродюсеры булып тора.
2017 йылдың июлендә Радик Юлъяҡшин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
2018 йылдың 2 ноябрендә «Татар-Информ» мәғлүмәт агентлығында үткән пресс-конференцияһында үҙенең башҡорт булыуын рәсми раҫланы.