07.09.2020
24 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Респуликаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты эргәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сәхнәһендә “Йәшлек шоу-2020” Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале һайлап алыу туры үтте.
Баһалама ағзалары:
1. Рөстәм Ғиззәтуллин – популяр йырсы, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Zainetdin, GirzaMusic кеүек киң билдәле проекттарға нигеҙ һалыусы, «Йәшлек шоу-2020» фестивале продюсеры;
2. Рәил Өмөтбаев – популяр йырсы, композитор;
3. Айрат Мусин – “Россия-Культура” телеканалы продюсеры, “Рәсәй” телеканалында футбол буйынса донъя чемпионатына арналған Бөтә Рәсәй “Беҙҙең Гимн” акцияһы авторы һәм продюсеры, 1990-2000 йылдарҙа “Йэшлек шоу” фестивале режиссеры һәм продюсеры, автор-башҡарыусы;
4. Анжелика Якусева – йырсы, модель, «Топ-модель по-русски», «План Б» шоу-проекттарының ҡатнашыусыһы, беренсе «Запрещенная» исемле рус телле композицияһы «ITUNES» топ 10 рейтингында урын яулай һәм төрлө киң билдәле теле һәм радио тулҡындарында трансляциялана, «Йәшлек шоу - 2008» фестивалендә «Йыл йырсыһы» номинацияһында еңеүсе,
5. Азалия Ғәйнетдинова – йырсы, «Рәсәй» каналының «Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергә!» шоуы ҡатнашыусыһы.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса һайлап алыу туры еңеүселәре билдәләнде:
1-се урын Баҡтыбаев Шафик
2-се урын Заһитова Алтынай
3-сө урын Мөхәмәтова Лия
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, еңеүселәргә – аҡсалата сертификат.