07.09.2020
21 октябрҙә Бәләбәй ҡалаһында «Йәшлек шоу-2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленың республиканың көньяҡ-көнбайыш зона һайлып алыу туры үтте (Йәрмәкәй районы, Бәләбәй районы, Бишбүләк районы, Миәкә районы).
Баһалама ағзалары:
1. Рөстәм Хәниф улы Ғиззәтуллин – популяр йырсы, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Zainetdin, GirzaMusic кеүек киң билдәле проекттарға нигеҙ һалыусы, «Йәшлек шоу-2020» фестивале продюсеры;
2. Рәил Әғләм улы Өмөтбаев – популяр йырсы, композитор;
3. Нәзирә Хисәметдин ҡыҙы Фәрхетдинова – «Ләйсән» халыҡ йыр ансамбле-коллективы хормейстры
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса һайлап алыу туры еңеүселәре билдәләнде:
1-се урын Ильнур Муллағәлиев (Бишбүләк районы)
2-се урын Артур Зәһиҙуллин (Ишембай районы)
3-сө урын Арсен Фазуллин (Бәләбәй ҡалаһы)
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, еңеүселәргә – аҡсалата сертификат.