07.09.2020
20 октябрҙә Ағиҙел ҡалаһының “Родина” мәҙәниәт һарайында «Йәшлек шоу-2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленың республиканың көнбайыш зона һайлып алыу туры үтте (Туймазы районы, Баҡалы районы, Шаран районы, Бүздәк районы, Октябрьский ҡалаһы).
Баһалама ағзалары:
1. Рөстәм Хәниф улы Ғиззәтуллин – популяр йырсы, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Zainetdin, GirzaMusic кеүек киң билдәле проекттарға нигеҙ һалыусы, «Йәшлек шоу-2020» фестивале продюсеры;
2. Рәил Әғләм улы Өмөтбаев – популяр йырсы, композитор;
3. Рамзин Рәфҡәт улы Әбсәләмов – Туймазы районы хакимиәтнең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса һайлап алыу туры еңеүселәре билдәләнде:
1-се урын Ләйсән Сәйетова (Туймазы районы)
2-се урын Элина Хәкимова (Октябрьский ҡалаһы)
3-сө урын Әлиә Бәҙретдинова (Өфө ҡалаһы)
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, еңеүселәргә – аҡсалата сертификат.