07.09.2020
13 октябрҙә Ағиҙел ҡалаһында «Йәшлек шоу-2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленың республиканың төньяҡ-көнбайыш зона һайлып алыу туры үтте (Ағиҙел ҡалаһы, Нефтекама ҡалаһы, Яңауыл районы, Ҡалтасы районы, Краснокама районы, Илеш районы, Дүртөйлө районы).
Баһалама ағзалары:
1. Рөстәм Ғиззәтуллин – популяр йырсы, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Zainetdin, GirzaMusic кеүек киң билдәле проекттарға нигеҙ һалыусы, «Йәшлек шоу-2020» фестивале продюсеры;
2. Рәил Өмөтбаев – популяр йырсы, композитор;
3. Регина Әбүбәкәрова – Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы;
4. Гульнара Ғайсина - “Балалар сәнғәте мәктәбе” директоры.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса һайлап алыу туры еңеүселәре билдәләнде:
1-се урын Әлиә һәм Альмир Рәшитовтар
2-се урын Айһылыу Дуҫҡайыва
3-сө урын Әлиә Низамова
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, еңеүселәргә – аҡсалата сертификат.