Алиса Йомағәлиева – «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалисы.
Биография
Йомағәлиева Алиса Ринат ҡыҙы. 1997 йылдың 6 ноябрендә Салауат ҡалаһында тыуған. Мифтахетдин Аҡмулла исмендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты.
Ижад юлындағы тәүге аҙымдары
«Моң яратҡан ғаиләлә үҫтем. Йырсы булыу – бала саҡ хыялым. Мәктәп йылдарында вокал түңәрәгенә йөрөнөм, 10-11-се синыфта уҡығанда музыка колледжында ла белем алдым. Бөтә Рәсәй, республика,ҡала кимәлендә үткән йыр бәйгеләрендә призлы урындар яуланым. Йырҙан башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым... 5 йәшемдән бейеү сәнғәте менән шөғөлләнәм. Guzal dance бейеү ансамбле солисткаһымын», - тип һөйләне Алиса Йомағәлиева.
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» тураһында
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» – хыялдарҙы тормошҡа ашырыусы, өмөттәрҙе аҡлаусы проект. Ошо йыһандың бер йондоҙоғо булғаныма мин сикһеҙ шатмын. Фестиваль сәскә атһын һәр ваҡыт, яңы йырҙар, яңы тауыштар менә байып торһон. Барлыҡ ижад һөйөүселәргә еңеүҙәр, үҫеш теләйем, эшегеҙҙә һәр ваҡыт уңыш юлдаш булып торһон», - тип уртаҡлашты Алиса Йомағәлиева.