Ришат Рәхимов – «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалисы.
Биография
Рәхимов Ришат Әхмәт улы. 1995 йылдың 9 авгусында Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында тыуған. Автор-башҡарыусы, композитор, аранжировщик. Буш ваҡытта өҫкө кейемдәрҙе кастомизациялау, керлинг, настольный теннис менән шөғөлләнә.
Ижад юлындағы тәүге аҙымдары
Ришат музыка менән бала саҡтан ҡыҙыҡһына. Өфө ҡалаһында музыка гимназияһын тамамлағас, Мәскәү ҡалаһына хәрби дирижерҙар институтына уҡырға керә, һуңынан Ырымбур өлкәһендә хәрби дирижер булып эшләй. Әлеге ваҡытта Ришат Рәхимов студияла көйҙәр яҙа, эстрада йырсыларына аранжировкалар эшләй. Үҙенсәлекле образ, заманса дәртле йырҙары менән тиҙ арала тамашасы һөйөүен яуланы.
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» тураһында
«Йәшлек шоу», минең өсөн – үҫеш, ижадты юғары сифатта тәҡдим итеү мөмкинселег. Тейешле йүнәлештә эш башлау өсөн ҙур этәргес», - тип уртаҡлашты Ришат Рәхимов.