Лия Мөхәмәтова – «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалисы.
Биография
Мөхәмәтова Лия Ванир ҡыҙы. 1991 йылдың 20 декабрендә Ауырғазы районы Степановка ауылында тыуған. Мәскәү ҡалаһы Заманса сәнғәт институты студенты. Буш ваҡытында бейеү менән шөғөлләнә.
Ижад юлындағы тәүге аҙымдары
«Музыка....Унан да яҡшыраҡ юҡтыр. Музыкаһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай. Бала саҡтан йырларға яратам, балалар баҡсаһында, бар йәштәштәрем йоҡлаған ваҡытта, мин төрлө сараларҙа сығыш яһай торған инем. Шуға күрә мәктәптән һуң «ҡайҙа уҡырға барырға?»- тигән һорау ҙа булманы, шуна уҡ Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға керҙем», - тип һөйләне Лия.
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» тураһында
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» үҙ үҙемә ышаныс, осорға ҡанаттар бүләк итте. Бик кәрәкле этәргес булды. Йыр-моң тип янып йәшәгән сәнғәт эшмәкәрҙәре, популяр артистар менән танышыуыма бик шатмын.
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» - бәләкә генә бер ғүмер, барлыҡ йыр-моң һөйөүсе йәштәргә ошо ғүмерҙең тәмен татып ҡарауҙы ысын күңелдән теләйем», - тип уртаҡлашты Лия Мөхәмәтова.