«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалистары составында Мәсетле районынан автор-башҡарыусы, Васин Александр.
Биография
Васин Александр Васильевич. 1999 йылдың 4 октябрендә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Бар ваҡытын ижад менән шөғөлләнеүгә бағышлай: музыка яҙа, пианинола, барабанда, гитарала уйнай.
Ижад юлындағы тәүге аҙымдары
«Һигеҙ йәш булғанда ата-әсәйем миңә караоке һатып алдылар, улар эштә саҡта мин йырлай торған инем, йырҙар күберәк Филипп Киркоров, Дима Билан репертуарынан ине. Тамашасы алдында беренсе сығышым мәктәптә музыка дәренсендә булды, уҡытыусы тауышымды ишетеп, икенсе көнгә ҙур сәхнәлә йырса булараҡ сығыш яһарға саҡырҙы. Бик тулҡынландым, әммә тамашасының йылы ҡабул итеүе ҡурҡыуҙы онотторҙо, һәм шул ваҡытта сәхнә күңелемә яҡын икәнен аңланым», - тип уртаҡлашты Александр.
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» тураһында
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» - яратҡан эшемде дауам итергә ҙур этәргес булды. Проект ваҡытында яңы йырҙар яҙҙым. Ошондай ҙур аудиторияға үҙеңдеү ижадыңды тәҡдим итеү мөмкинселеге – элек хыял ғына була торған ине. Файҙалы кәңәштәр, танышыуҙар, жюри ағзалары менән аралашыу – үҙе бер ғүмер. «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» фестивалендә хыялдарым тормошҡа ашты. Дәрт, яңы һулыш өҫтәлгән кеүек булды. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!», - тип уртаҡлашты Александр Васин.