Силәбе өлкәһе һылыуы, Дания Садыҡова, һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, юғары баһалар менән «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалында көс һынау мөмкинселегенә эйә булды.
Биография
Садыҡова Дания Ғабдрафиҡ ҡыҙы. 1993 йылдың 21 июнендә Һамар өлкәһенең Оло Черниговка ауылында тыуған. Балалар музыка мәктәбендә һәм Августовский ауылы мәҙәниәт йортоноң рус халыҡ йырҙары үҙешмәкәр хоры етәксеһе булып эшләй. Буш ваҡытында туғандарын, яҡындарын төрлө тәмлкәстәр менән һыйларға ярата.
Ижад юлындағы тәүге аҙымдары
«Йыр менән бала саҡтан шөғөлләнә башланым, кисен өйҙә ғаиләмә бәләкәй генә концерттар ҡуя торған инем, әсәйем уйынсыҡ пианинола төрлө көйҙәрҙе уйнай алыуымды күреп, 10 йәшемдә музыка мәктәбенә алып барҙы. Фортепиано классына. Йыр-моң сәнғәтен дә ошо музыка мәктәбендә өйрәнә башланым. Төрлө сараларҙа, конкурстарҙа әүеҙем ҡатнаштым. Д.Г. Шаталов исемендәге Һамар өлкәһе музыка училищеһына уҡырға кергәс, хор-дирижеры бүлеген һайланым һәм әлеге ваҡытта биш йыл Большая Черниговка музыка мәктәбендә үҙ һөнәрем буйынса эшләйем», - ти Дания Садыҡова.
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» тураһында
«Ошондай ҙур сарала Һамар өлкәһенең берҙән бер вәкиле булып сығыш яһауы бик яуаплы. Һүҙҙәр менән аңлатмаҫлыҡ тойғолар кисерәм. Минең өсөн фестиваль - файҙалы танышыуҙар, ҙур тәжрибә.
Киләсәктә «Йәшлек шоу» шулай уҡ сәскә атһын, барлыҡ ҡатнашыусыларғы яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләйем» - тип уртаҡлашты Дания Садыҡова