Был конкурсантҡа ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһау беренселәрҙән түгел, уны федераль кимәлдә уҙғарылған телевизион проекттар аша танып була. Ильдар Абдуллин – «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалисы.
Биография
Абдуллин Ильдар Ринат улы. 1995 йылдың 18 апрелендә Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһында тыуған. Леопольд һәм Мстислав Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институты студенты.
Ижад юлындағы тәүге аҙымдары
Йыр-моңға бала саҡтан ғашиҡ. Ҡала гимназияһында уҡыу менән бер рәттән музыка мәктәбендә лә белем ала. Үҫмер ваҡытында уҡ Ильдар музыка, уның өсөн - шатлыҡ һәм илһам сығанағы, тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө икәненә төшөнә һәм ошо йүнәлештә эшләй башлай.
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» тураһында
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» - яңы идеяларҙы тормошҡа ашырыу, тәжрибәне арттырыу, яңы кимәлгә сығыу мөмкинселеге. Башҡорт эстрадаһында сығыш яһау минең өсөн бик әһәмиәтле.
Фестиваль йөрәк түрендә айырым урын яуланы тип әйтһәң дә була. Барыһы ла бик юғары кимәлдә ойошторолған.
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» - яңы дуҫтар, яҡты хәтирәләр, ысын хис-тойғолар, бер ғүмер», - тип уртаҡлашты Ильдар Абдуллин.