Уның йырлау манераһын Кристина Агилера менән сағыштыралар. Сағыу һәм һәләтле Туймазы районы һалыуы, Ләйсән Хәсәншина, «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалында.
Биография
Хәсәншина Ләйсән Ильдар ҡыҙы. 1997 йылдың 2 июнендә Туймазы районының Иҫке Собханҡол ауылында тыуған. Октябрьский ҡалаһы икенсе һанлы Балалар мәҙәниәт йорто вокал уҡытыусыһы.
Ижад юлындағы тәүге аҙымдары
Балалар йышыраҡ киләсәк һөнәрен ата-әсә миҫалына ҡарап һайлайҙар, һәм күп осраҡта һайлап алған юл уңышлы һәм көтөлмәгән яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. «Беҙҙең ғаиләлә ағайым да, апайым да – йыр-моңға ғашиҡ кешеләр, һайлап алған һөнәрҙәре лә музыка менән бәйле. Бала саҡта минең тауышта бер үҙенсәлектәр бар ине, улар әле һаҡланған, йырлаған саҡта ҡайһы бер ваҡытта мәшәҡәттәр ҙә килтерә ине, шуға күрә атайым: “Юҡ! Ләйсән йырлай алмаҫ”,- тип борсолдо. Бәхеткә ҡаршы, сәнғәтте ташламаным һәм бала саҡтан алып әлеге көнгә тиклем музыка - тормошомдоң айырылмаҫ өлөшө», - тип уртаҡлашты Ләйсән.
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» тураһында
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» -ҙур мөмкинселектәр майҙансығы, ошо проектта булыуыма мин сикһеҙ шатмын. Абруйлы жюри ағзаларынан файҙалы кәңәштәр ишетеү – икеләтә әһәмиәтле. Конкурс булыуына ҡарамаҫтан проектта татыулыҡ атмосфераһы. Талантлы кешеләр менән аралашыу яңы идеяларға илһамландыра ғына», - ти Ләйсән Хәсәншина.