Ҡасандыр «Беренсе» каналында үткән «Голос. Дети» музыкаль конкурсында үҙенең көслө тауышы менән жюри ағзаларын таң ҡалдырһа, быйыл ул «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале еңеүсеһе исеме өсөн һынау тота.
Баһалау һөҙөмтәләре буйынса Наҙгөл Отузова проект финалында.
Биография
Отузова Наҙгөл Юлай ҡыҙы. 2003 йылдың 21 декабрендә Салауат районының Янғантау ауылында тыуған. Янғантау урта дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусыһы. «Голос. Дети 5» (Беренсе канал), «Во весь голос» (Муз-ТВ) кеүек популяр музыкаль телепроекттар ҡатнашыусыһы.
Ижад юлындағы тәүге аҙымдары
«Бала саҡтан бик шуҡ, әүеҙем бала булдым. Беҙ бар ғаиләбеҙ менән ижад, моң һөйөүсе кешеләр. Ҙур сәхнәлә беренсе тапҡыр биш йәштә сығыш яһаным, шул ваҡыттан уҡ вокал менән төплө шөғөлләнә башланым. Минең ҙур хыялым һәм маҡсатым – тәбиғәттән бирелгән һәләтте үҫтереү, яңы үрҙәр яулау һәм барлыҡ ҡаҙаныштар менән ғаиләмде ҡыуандырыу, лайыҡлы шәхес булыу», - ти Наҙгөл.ь.
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» тураһында
«Был проектта һәр кем үҙенең һәләтен күрһәтә һәм көсөн һынап ҡарай. Ул төрлө милләт вәкилдәрен берләштерә. Бер-беребеҙ менән танышабыҙ, аралашабыҙ, өлгө алабыҙ. Бында яңы таланттар асыла. Республиканан тыш сит өлкәләрҙә лә сығыш яһау мөмкинселеге тыуа», - тип уртаҡлашты Наҙгөл Отузова.