Маҡтау һүҙҙәре һәм баһалау һөҙөмтәләре буйынса ярым финалдың беренсе рекордсмендары. Folk group «ZAKARIA» «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленың финалында.
Төркөм тураһында
Folk group «ZAKARIA» - төрлө милләт вәкилдәренән торған профессиональ музыкаль төркөм (татар, башҡорт, крәшен, мордва). 2017 йылда Татарстан Республикаһының Ҡазан ҡалаһында барлыҡҡа килә. Төркөм солистары: Мөбәрәкова Әҙилә, Ефремова Татьяна, Йыһаншина Лилиә.
Репертуар үҙенсәлектәре
«Күп милләтлелек – төркөмдөң төп үҙенсәлеге. Сығышыбыҙ менән төрлө милләт вәкилдәре булһаҡ та, милли мәҙәниәткә һөйөү беҙҙе берләштерә. Репертуарҙа замансалаштырылған, фольклор-этнографик экспидициялар нигеҙендә табылған, Иҙел буйы халыҡ йырҙары (татар, башҡорт, сыуаш, мари, мордва, удмурт телдәрендә).
2020 йылдың 20 ноябрендә «ZAKARIA» төркөмөнөң «BEZ» исемле беренсе музыкаль альбомы сыҡты», - тип уртаҡлашты төркөм солистары.
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» тураһында
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» проекты таң нурылай килеп керҙе көндәлек тормошобоҙға, ижад юлына яҡтылыҡ өҫтәне. Беҙҙең өсөн был ябай конкурс ҡына түгел, файҙалы аралашыу, танышыуҙар менән әһәмиәтле. «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка»- бәйге булыуына ҡарамаҫтан дуҫлыҡ хисе менән һуғарылған проект. «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка»- яңы мөмкинселектәр, яңы йүнәлеш, сикһеҙ йыһан», - ти folk group «ZAKARIA» ҡыҙҙары.