«Беҙҙең йөрәктәр бергә типте. Сығышығыҙ һоҡландырғыс тәьҫир ҡалдырҙы» - тип баһа бирҙе жюри ағзаһы, Лина Арифулина, «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале конкурсантының сығышына.
Биография
Лоҡманов Сәмиғулла Радим улы. 1992 йылдың 12 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуған. Яңы Байрамғол мәҙәниәт йорто художество етәксеһе. Бар ваҡытын ижадҡа бағышлай: гитарала, фортепианола, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнай, картиналар, шиғырҙар, музыка яҙа.
Ижад юлындағы тәүге аҙымдары
Музыка менән мәктәп йылдарынан мауыға башлай: ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнде, халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейене. Вокал уның тормошона һуңыраҡ килде. Белеме буйынса – хор дирижеры. Һәр ваҡыт төрлө сараларҙа ҙур теләк менән әүеҙем ҡатнаша. «Йәшлек шоу – 2015», «Ҡош юлы – 2018» конкурстары еңеүсеһе.
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» тураһында
«Йәшлек шоу» - бик фәһемле проект: үҙе-үҙеңде һынау, үҙ-узеңә, нығыраҡ ышаныу көсө тыуҙырыу. Яңы илһам көсө, танышыуҙар, абруйлы жюри ағзалары менән аралашыу, уларҙан үрнәк алыу, яңы асылыш» - тип уртаҡлашты Сәмиғулла Лоҡманов.