Жюри ағзаларын үҙенең сихри энергетикаһы һәм йырлауы менән таң ҡалдырған Мәскәү ҡалаһынан автор-башҡарыусы. Алтынай Заһитова – ярым финалының баһалар буйынса рекордсмены, «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалисы.
Биография
Заһитова Алтынай Азат ҡыҙы. 2002 йылдың 4 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған. Мәскәү дәүләт университеты студенты. Бар ваҡытын музыка менән шөғөлләнеүгә бағышлай.
Ижад юлындағы тәүге аҙымдары
«Йырҙарҙы мин бала саҡтан яҙа башланым, музыка мәктәбендә гитира классында белем алдым. Ике йыл «Дан» рок-группаһы составында йырланым. Әлеге ваҡытта рус, инглиз, башҡорт телендә 40 яҡын йырым бар. Планда ошо йырҙарҙы бер музыкаль альбомға берләштерергә. Шул сәбәпле үҙемдең командама музыка ҡоралында уйнай белеүсе, һәләтле йәштәрҙе эҙләйем», - ти Алтынай Заһитова.
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» тураһында
«Был проект миңә яҡшы тәҫьирттар бүләк итте, көндәлек тормаштан тылсымлы әкәиткә алып киткән кеүек булды. Ҡайһы бер хыялдарым тормошҡа ашты. Тыуған республикамдың төп сәхнәһендә сығыш яһауыма мин сикһеҙ шатмын», - тип уратҡлашты Алтынай.